Айбулат Фларидович Сәсәнбаев - Мин яратҡан өс хәреф стр 9.

Шрифт
Фон

Ахунйәнов бер аҙ ҡойма буйында ятҡан ҙур аҡ эткә ҡарап торғандан һуң трамвай юлдары буйлап атлап китте. Бында машина менән килеп туҡтауы ҡыйын шул. Уны алыҫтараҡ ҡалдырырға тура килде.

***

Дим ҡулына йыуылған кеды һыңарын тотоп солан тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап тора. Бында һалҡын булһа ла, түҙерлек. Сөнки ошонда ғына күлгә ҡараған тәҙрә бар. Уның ярында әлеге лә баяғы эт еҫкәнеп йөрөй. Әгәр Гөлдөң аяҡ кейеме нисек унда эләккәнен берәйһе белһә, ул ошо эт кенә. Йәһәтерәк хужаһын асыҡларға кәрәк.

Дим кеда һыңарын ҡалдырып Тамара әбей йортона йүнәлде. Борондан бында йәшәгән ҡатын, моғайын, эт хужаһын беләлер. Әбей ниҙер ишетһен өсөн оҙаҡ һәм көслө генә ишеккә туҡылдатырға тура килде. Ниһайәт, тәҙрә аша кемдеңдер һыны күренде. Дим шул тәҙрә алдына тороп баҫҡас, ул ишек яғына атланы.

 Бәй, Дим, һинме ни? Мин әле кем килгән, тип баш ватам. Әллә берәй жулик йөрөймө икән, тим.

 Тамара инәй, бында уралып йөрөгән ҙур аҡ эттең хужаһы кем ул?  Дим һаулыҡ та һорашып тормайса килеү сәбәбен асыҡларға булды.

 Тороп тор, хәҙер сығам, Тамара бер аҙ шым торғас өйөнә боролоп инде. Әйләнеп сыҡҡанында ул башына яулыҡ ябынып, өҫтөнә плащ кейгән ине.  Әйҙәле, улым, Сашкаға барып киләйек. Мин уның баҙында сөгөлдөр-кишеремде һаҡлайым. Врач миңә йәшелсә ашарға ҡушты,  тип әбей күршеһен етәкләп алды.

Дим күлгә тағы бер ҡараш ташлап һорауын ҡабатланы.

 Анау йөрөгән аҡ эт кемдеке ул?

Әбей туҡтап ҡалды. Бер аҙ күлгә тексәйеп торғас яуап ҡайтарҙы.  Былмы ни? Ул бит Маһмай. Маһмай уның ҡушаматы. Мин ниндәй эт тигән булам. Хужаһыҙ ул. Уны көткән ғаилә бер-ике йыл элек күсеп китте. Шунан бирле ул тегендә-бында һуғылып йөрөй.

Маһмай һиңә, ул бит сусҡа кеүек, кем дә булһа этте ашатып тора, тип уйланы Дим. Былар Сашаның өй ҡырына етте. Егет тупһаға менә башланы.

 Ҡайҙа киттең? Бына бит баҙ!  Әбей баҙ ауыҙына эйелеп асҡыс менән йоҙаҡты аса башланы.

Бындағы люк ҡоҙоҡ, йә бункер ҡапҡасына оҡшаш, баҙ тип уйламаҫһың да.

 Шунда баҫҡыс булырға тейеш, мә!  тип әбей пакет һуҙҙы.  Эрерәк сөгөлдөрҙәр йыйып бирһәң, дүртәү етер ул. Ах, онотҡанмын, фонаригың бармы?

 Телефонымда бар, күрәм ул,  Дим яуабын баҙ төбөнән ҡысҡырҙы. Әммә Тамара быны ишетмәне, ахыры. Үҙ алдына һөйләнә башланы:

 Ошонда ҡайҙалыр свите тоҡанырға тейеш. Баҙында ут бар ул. Ҡайҙа икән?

 Кәрәкмәй! Сөгөлдөр алдым!  тип ҡысҡырҙы Дим.

Баҙ үҙе буйы-арҡырыһына метрҙан саҡ ҡына киңерәк. Әммә бер ниндәй ҙә лампочка бында күренмәй. Ер аҫтында дымлы һәм һыуыҡ. Егет баҫҡысҡа менгәндә пакеты стенаға һуғылды. Ундағы фанера шылып китте, ахыры. Ниндәйҙер ҡыштырлаған тауыш ишетелә башланы. Дим бынан берәй ҡомаҡ килеп сыҡмаһын, тип тиҙерәк тышҡа ашыҡты. Үҙе артынан люкты ябып торғанда ғына уның ҡолағына шыбырлау тауышы ишетелде. Ул тауыш өс кенә хәреф еткерҙе: Дим.

 Сыҡтың дамы ни!? Ҡайҙа? Эрерәктәре юҡ инеме?  Тамара бауылдарға кереште.

 Теләһәгеҙ, төшөп башҡаларын алам,  тип яуапланы Дим.

 Юҡ, ярай, әлегә бара ул. Аҙаҡ, Сашка ҡайтҡас, тағы берәй рейс сығартырмын,  тигән һүҙҙәр менән әбей баҙҙы йоҙаҡларға кереште.

***

¬¬¬      Аша, аша,  Саша Маһмайға сей ит киҫәген һуҙҙы. Ул яңы ғына шабашканан ҡайтты. Бер аҙ һаҡау булғанлыҡтан ир заманында һөнәри белем алырға оялды. Оялды, тип, булдыра алманы. Техникум программаһы ла уға ауыр бирелде. Шуға киләсәккә бер ниндәй ҙә пландар ҡороп тормай, ниндәй эш килеп сыға, шуға тотондо. Тик башҡа шабашкасыларҙан айырмалы рәүештә ул аҡсаны эскегә түгел, ә Маһмайға бөтөрҙө.

Саша икенсе ит киҫәген кеҫәһенә һалып баҙын аса башланы. Сыйылдап асылған люкты артҡа ырғытып ҡулын аҫҡа һуҙып эстә ут тоҡандырҙы. Бына ул Дим ҡыйшайтҡан фанера киҫәген ситкә ташлап эскә үтте. Бында урын иркенерәк. Дөрөҫөрәге, был гастарбайтерҙар йәшәй торған вагончик. Тик ул ер аҫтына күмелгән һәм бөтә яҡлап йомшаҡ матрастар менән йылытылған.

Иҙәндә хәлһеҙ һәм яланаяҡ Гөл ята. Өҫтөндә лә үҙенең кейеме түгел, еңелсә генә йәйге күлдәк. Александр кеҫәһенән ит киҫәген сығарып ҡыҙ янына сүкәйеп ултырҙы.

 Мин һиңә ашарға килтерҙем. Мә,  тип Гөлдөң кипкән ирендәренә сей ит киҫәген төрттө.

Ҡапылдан ҡыҙ һуңғы көстәрен туплап аяғүрә торҙо һәм таштай ҙур әҙәмдең елкәһенә тутыҡҡан сөй менән сәнсте. Яранан сағыу ҡыҙыл ҡан аға башланы.

 Дим, Дим!  тип һөрәнләне ҡыҙ. Саша тиҙ аңына килеп ҡыҙҙың сикәһенә усы менән һуғып ебәрҙе. Быны көтмәгән ҡыҙ аһ, тип тә әйтеп өлгөрмәй аңһыҙ иҙәнгә ҡоланы.

Ир ашыға-ашыға тышҡа үрмәләне. Инде кейеме ҡыҙыл ҡанға буялып бөттө. Сашаның бындай ҡиәфәттә килеп сығыуына Маһмай өрә башланы. Ир ыңғырашыуын тыйып баҙ ҡапҡасын йоҙаҡларға кереште.

Ваша оценка очень важна

0
Шрифт
Фон

Помогите Вашим друзьям узнать о библиотеке

Скачать книгу

Если нет возможности читать онлайн, скачайте книгу файлом для электронной книжки и читайте офлайн.

fb2.zip txt txt.zip rtf.zip a4.pdf a6.pdf mobi.prc epub ios.epub fb3