Димһеңме әле? тине ул һаулыҡ һорашырға һуҙған ҡулды күрмәмешкә һалышып.
Эйе, ә һин Маратмы?
Бында нимә эшләйһең?
Ә, мин бит бында, яҡында йәшәйем. Гөлдө күптән күргән юҡ, берәй нәмә булдымы икән әллә, тип килгәйнем.
Шунан?
Шул, ултырам бына хәбәрҙәр көтөп.
Һин уның менән һөйләштеңме?
Юҡ, әйтәм бит, күптән һөйләшкәнебеҙ юҡ. Берәй хәл булдымы икән тип бында килдем, тинем бит.
Ә шылтыратып ҡараманыңмы?
Миндә уның номеры юҡ Гөл ҡайҙа?
Ҡайҙа булыуында эшең булмаһын. Кит бынан! Мараттың тауышы күтәрелә башланы. Тик йөҙө ниңәлер борсолоу белдерә.
Китмәйем. Гөл ҡайҙа? Һеҙ ирештегеҙме әллә?
Ә һин шуны ғына көтөп йөрөйһөң, тимәк?
Дим яуап бирмәне. Хәйер, был һорауға яуапты белмәй ул.
Кит бынан, тейем. Юғиһә тондорам. Беҙҙә барыһы ла яҡшы, ал да гөл! Марат Димде этеп ебәрҙе.
Дим ғәрлегенән ни эшләргә белмәй күпер яғына атланы. Ашығып түгел, яйлап ҡына. Уның да был бәрелештән еңелеүсе булып киткеһе килмәй. Инде ҡоймаға барып еткәс тағы берҙе әйләнеп йорт яғына ҡараны. Ут янмай, Марат тора.
Киләһе юлы Гөл тәҙрәһенә табан ҡарашты ул үҙ өйө алдында ташланы. Ямғыр һибәләй. Дим баштан аяҡҡа тиклем күшеккән, унан бигерәк ерҙәге йырындар буйлап һыу аға. Быларҙың барыһы ла күлде байыта.
Дим сайҡалып ҡуйҙы. Марат менән осрашыуҙан һуң ул тура ҡайтмай, барға һуғылып сыҡты. Һыраның бер генә литры эскә төштө, ә көсө башҡа ныҡ биргән.
Төҙөлөштә кран эшләй. Юҡ, төнөн унда бер кем дә юҡ, әлбиттә. Застройщик шулай клиенттар иғтибарын йәлеп итә. Тәҙрәһеҙ ун биш ҡатлы бинаны тирә-яҡлап дүрт прожектор яҡтырта, ә төҙөүсе фирмаһы яҙылған кран, уттар менән яҡтыртылып, түңәрәк хәрәкәттәр яһай. Бындай шоу төнгө бергә тиклем генә дауам итә. Тимәк, ваҡыт әле бигүк һуң түгел. Әгәр Дим ошо ваҡытта инеп йоҡларға ятһа, иртән эшен йоҡлап ҡалмаҫ. Тик кран ғына тышта ҡалырға өндәп, үҙ янына саҡырып ҡул болғаған кеше кеүек борғоланып тора.
Дим шуға алданып алға ынтылды һәм шул саҡта тайып аҫҡа тәгәрәне. Ямғыр еүешләгән тауҙан шыуып төшөү ҡарлынан бер ҙә кәм түгел. Кейем генә бысрай шул, тән дә ауырта. Дим күлгә килеп етер саҡта туҡтап ҡалды. Күктә бер йондоҙ ҙа күренмәй, болоттар ҙа юҡ кеүек, бары ҡараңғылыҡ. Егет торорға тип эсенә боролоп ятты. Шул саҡта ҡулы менән ул нимәгәлер тотондо. Баҡа ғына булып ҡуймаһын! Юҡ, был ниндәйҙер баулы сепрәк. Дим тубыҡланып табышын ҡарарға кереште.
Ҡараңғыла бигүк күренмәй, әммә әйберҙең ни икәнлеген асыҡларға телефон яҡтыһы ярҙам итте. Кеды бит был. Ҡыҙыл төҫтә. Дим Ахунйәновҡа шылтыратып хәҙер үк бында килеүен талап итте.
Тәк, бер кеды булғас, икенсеһе лә ҡайҙалыр ошонда булырға тейеш. Юҡ, был сәғәттә артыҡ соҡоноп йөрөү һөҙөмтәһеҙ булыр. Нисек тә булһа шыуғалаҡ буйлап өҫкә үрмәләргә һәм өй янында полицияны көтөп алырға кәрәк.
Бер-нисә секунд эсендә шыуып төшкән тауға кире үрмәләүе байтаҡ ваҡытты алды. Әгәр бейегерәк үлән һәм селек булмаһа, бөтөнләй менеп булмаҫ ине. Өҫкә еткәнсе ҡапҡаға туҡылдатыу тауышы ишетелде.
Дим Ахунйәновты урам эсенә лә индермәй белгәндәрен һөйләй башланы. Төнгө ун берҙә малай ҡысҡырыуын ишетеүе тураһында ла, ун бер икәнен ут һүндереү һөҙөмтәһендә белгәне тураһында ла, Гөлдө юғалтып яңы ғына уның һыңар аяҡ кейемен табыуы тураһында ла Бер ни ҙә йәшермәне.
Тимәк, һин ул ҡыҙ менән ут һүндереү аша аралашаһың, ҡайһы саҡта бергә трамвайҙа бараһығыҙ. Әммә һин уның фамилияһын да, туғандарын да, әхирәттәрен дә белмәйһең? Ахунйәнов асыҡлыҡ индерергә тырышты.
Эйе, әммә быларҙың барыһы ла мөһим түгел. Ул бит юғалды, уны шул уҡ енәйәтсе алған. Албаҫтымы, кемме, белмәйем. Хәҙер үк кинологтарҙы саҡырығыҙ, уларҙың эттәре кешеләрҙе таба ала, мин беләм!
Туҡта, башта туғандар кеше юғалыуы тураһында ғариза яҙырға тейеш. Шунан ғына ниҙер эшләргә мөмкин. Әлегә бер кем дә мөрәжәғәт итмәне, Ахунйәнов Димде ут бағанаһына яҡыныраҡ етәкләп алып өҫ-башын ҡарай башланы.
Улар белмәйҙәрҙер, мин беләм. Гөл юғалған. Участкаға алып бар, фотороботын төҙөрбөҙ.
Әллә эскәнһең, өр әле, участка полицияһы егеттең йөҙөн үҙенә бороп күҙенә ҡараны. Беләһеңме нимә? Хәҙер үк өйөңә инеп йыуынып ал һәм йоҡларға ят! Тағы берҙе иҫереп мине саҡыртһаң бикләп ҡуям!
Ә Гөл?
Ниндәй Гөл тағы!? Хәҙер үк күҙемдән юғалмаһаң үҙең ошо күл буйында юғалырһың! Ахунйәнов ҡыҙа башланы.
Дим полицияны ышандырырға тип әллә күпме дәлил килтерергә теләне, әммә башына бер һүҙ ҙә килмәгәс, эстән генә һүгенде лә, ярһыуын йәшереп ҡапҡа артында юғалды.