Дим түҙемһеҙлек менән кис етерен көтөп алды. Ниһайәт, улар Гөл менән осрашып бергә ҡайтырға тейеш. Туҡталышта бит уларҙы эт көтә, ә егет ҡыҙ алдында бер йәндән дә ҡурҡмай. Тик магазинға инеп сосиска алырға кәрәк, эт осраһа уға, осрамаһа Димгә булыр.
Йәштәр бер-береһен Башҡортостан ҡунаҡханаһы алдында тапты. Әгәр осрашыуҙар үткәрергә икән, тик был майҙанда, сөнки был ҡунаҡханала үҙ заманында ниндәй генә юғары вазифалы ҡунаҡтар һәм эмигранттар булмаған, ә ҡаршылағы концерт залында беренсе башҡорттар ҡоролтайы ла, суверенитетты ҡабул итеү ултырышы ла уҙған. Өфөнөң иң етди урыны был, ә ғашиҡтарға мин Ленин урамының Коммунистик урамы менән киҫешкән ерҙә осрашырға кәңәш итер инем. Бында бит ноленсе километр. Әгәр тормош юлын бергә үтергә икән, ул тап ошонда башланырға тейеш.
Өфө кистәре айырыуса матур. Ҡояш байыу менән мең төрлө фонарҙар ҡабына, уларҙың нуры тарихи биналарҙы яҡтыртып иң йылы атмосфера тыуҙыра. Ҡараңғы таш йорттарға килешә, һәр хәлдә ҡала үҙәгендә. Картинаны тулыландырып кешеләр йөрөй. Гөл бер-ике размерға ҙурыраҡ кеүек тойолған ҡара пальто кейгән, муйынына шарф ураған, сәсе ялбыр, ә аяғында ҡыҙыл кеды. Элек бындай өҫ кейеме менән аяҡҡа мотлаҡ итек йә туфли кейгәндәр, ә хәҙер өйҙә нимә табылды, шуны эләктер ҙә, тышҡа сыҡ. Хәйер, бының да үҙ матурлығы бар
Дим Гөлгә ҡасандыр ятлаған шиғырҙарын уҡый, тик бына бәлә, ул һәр әҫәрҙең йә башын, йә аҙағын ғына иҫләй, шуға ла ваҡыты-ваҡыты менән шымып ҡала һәм улар артабан тынлыҡта атлауын дауам итә. Тик ҡыҙ быны һиҙмәй ҙә, ул бар иғтибарын телефонына йүнәлткән, күрәһең, мөһим нәмә ҡарай.
Сәләм, һөйөклөм, һине һағынып та өлгөрҙөм, Гөлдөң оҙон тынлыҡтан һуң беренсе һүҙҙәре яңғыраны. Арыуыҡ юл үтеүҙәренә ҡарамаҫтан, Дим был өндәшеүгә шат ине.
Сәләм! тине ул. Мин дә һине һағынып өлгөрҙөм. Гөл егеткә аптыраулы ҡараш ташлап, телефонының экранын күрһәтте. Унда видеошылтыратыу аша бәйләнешкә ингән элемтәсе йөҙө күренде. Таныш бул, был Дим. Ул мине оҙата, иртәнсәк бер эт ҡурҡытты тип һөйләгәйнем бит. Дим шул туҡталыш янында йәшәй. Һин дә таныш бул, был минең егетем Марат. Беҙ уның менән ай тирәһе осрашабыҙ. 28 көн, тигән яуап ишетелде телефондан
Артабанғы юлда Дим бөтөнләй шым булды. Уйлана торғас бөтә шиғырҙарҙың да онотолған юлдары иҫенә төштө. Тик Гөлгә былай ҙа күңелле ине, ул ҡолаҡсындарын тағып Марат менән аралашыуын дауам итте. Егет йәнәшәләге йорттарға ҡуйылған таҡтаташтарҙы уҡый башланы. Бына был йортта Сергей Довлатов тыуған, ул йортто яҙыусы Ундервудта соло баҫҡан саҡта бер тапҡыр булһа ла иҫенә төшөргәнме икән? Ә был йорттоң таҡтаташында 40-сы йылдарҙа һөргөнгә ебәрелгән Эстонияның тәүге президенты Константин Пятс тороуы хаҡында яҙылған. Ҡыҙыҡ, беҙҙең герой һөргөнөн Эстонияла үткәргән, ә эстондарҙыҡы беҙҙә. Тик Пятсты герой тип атап буламы икән? Ул бит диктатура яҡлы кеше. Ошо уйҙарға сумған Дим Аксаков урамындағы туҡталышҡа барып етеп трамвайға ултырыуын да, Си Цзиньпин урамына барып етеүен дә һиҙмәй ҡалды.
Ҡайтыр юлда эт осраманы, шуға ла Гөл юлын яңғыҙы дауам итте. Дим ун бер тулғанын көтөп өс тапҡыр ут һүндереп, уны кире ҡабыҙҙы ла, яуап алып ноутбугына төбәлде. Гөл имен-аман ҡайтып еткән, ярар.
***
Күптән Си Цзиньпин урамына бындай иғтибар булғаны юҡ ине. Иртәнән алып батҡаҡ ҡатыш асфальт буйлап оператор һәм төрлө халыҡ йүгерә. Баҡтиһәң, Өфөгә Мәскәүҙән ниндәйҙер ғалим килгән, ул ҡалала албаҫты эҙҙәрен эҙләй. Тамара нисектер уның кеүек мистикаға ышаныусылар менән бәйләнешкә сыҡҡан. Урындағы телеканалдарҙың береһе был мөмкинлекте ысҡындырмаҫҡа булып ғалимға эйәргән. Сенсация бит! Баш ҡала уртаһында малай юғалған, ә урындағы халыҡ быны албаҫты эше, ти. Етмәһә, халыҡ һүҙен ҡеүәтләп ниндәйҙер ғалим йөрөй. Тамара бөгөн иғтибар үҙәгендә. Ул йә тегендә, йә бында тороп камераға фараздарын яңғырата. Кисә генә тиерлек, күлдән йыртылған кейем һөҙөп алғандар ине. Был улика Си Цзиньпинға эйәләгән шайтандың төп дәлиле. Ғалим шул сепрәк киҫәген тотоп албаҫтылар, ғәҙәттә, кешене шулай үлтерә, бында уның тырнаҡ эҙҙәре ҡалған тип, асыштарын яһай.
Застройщик эше был, -тине Дим менән халыҡ төркөмөн күҙәтеп торған Саша. Александр икенсе яҡтан күрше йәшәгән ир. Торғаны менән бәһлеүән: буйға оҙон һәм йыуан. Һимеҙ ҙә тип әйтмәҫһең, культурист та тимәҫһең, үҙенең тәбиғи кәүҙәһе шулай. Дим унан ҡайһы саҡ ҡурҡып та ҡуя, сөнки бындай кеше һиңә тондорһа, ятҡан ереңдән кире тормаҫһың. Үҙенсәлекле, һаҡауыраҡ һөйләшеүе һәм балаларса бер ҡатлылығы ғына уны йомшағыраҡ күрһәтә.