Айбулат Фларидович Сәсәнбаев - Мин яратҡан өс хәреф стр 13.

Шрифт
Фон

Физик эш менән булған саҡта күрәҙәсе нишләне тиһегеҙме? Ул көндәрен һәм төндәрен үҙ эше менән булышты. Чакраларын таҙартты, өсөнсө күҙен ыуаланы, үҙенсә мәз килде былай. Кәрәкһеҙлектән батып ятыр ине лә, йомшаҡ йөрәкле, нескә күңелле һәм кешелекте ҡотҡарыу теләге булған өсөн генә тере ҡалды. Утрауҙа урынлашҡан аҡыл коэффициенты йыһанға тиклем еткәс, күрәҙәсе ҡоролмаһы ла шулай ине. Сихырсы үҙ көсө арҡаһында теге донъя сиктәренә инеп йәндәр менән аралаша ала, кәрәк мәлдә эйәртеп ергә лә алып ҡайтыу мөмкинлеге бар. Шул мөмкинлеге булған донъяны һыу тотҡононан ҡотҡара ала. Ғалимдың аҡылы ярҙамында төҙөлгән "терелтеү үҙәге"нән хәҙер тотош донъяның яҙмышы тора. Ә бына ни өсөн, экстрасенс йәндәр иленә сәйәхәт итеп ер йөҙөндә ҡасандыр балҡыған талант эйәләрен, бөйөк ғалимдарҙың йәнен был донъяға ҡайтара һәм физиктың аппаратына ҡундыра. Терелтеү үҙәге үҙ сиратында йәнде яңы тәнгә индерә һәм, мәҫәлән, ХХ быуат шәхестәре ХХII лә йәнә йәшәй башлай.

Теория шәп, аппарат төҙөлгән, инде тән табып терелтә башларға ғына кәрәк. Ғүмергә Да Винчины, Тесланы, Энштейнды, Поповты һ.б. ҡайтарып бөгөнгө хәлде аңлатҡас, бөйөк аҡылдар ошондай ҡыҙғаныс урындан ҡотҡарыу юлы уйлап табырҙар әле. Бәлки ракета төҙөп башҡа планетала йәшәп китербеҙ, бәлки һыу аҫтына карапта сумып капитан Немо кеүек көн күрербеҙ, ул осраҡта Жюль Вернды ла терелтергә кәрәк. Йә ярай, йәнгә йәшәргә яраҡлы тән тапҡас барыһы булыр. Ә әлегә тән табыу мәсьәләһе көн, йәки яңыса төн үҙәгендә тора.

Ғалимдың да булған ғүмере

Күк йөҙө шашҡандан шаша, ай хөкөмө аҫтында булған һәр ерҙә әүәлгесә кеше күрмәгән шторм. Аҡылдан яҙған тәбиғәт үҙ ҡанундарын һеңдерә. Бындай көндө балыҡ тотоуы үтә ҡурҡыныс. Тик аслыҡтан ҡасып булмай һәм ошо хәлдә бер ниһеҙ ҡалған кеше үҙ көсөн йыя башлаған тәбиғәт менән аяныслы көрәшкә инә. Ҡасандыр, кешелек тәбиғәтте еңә ала ине, хатта тулыһынса ҡырып ташлау сигенә лә еткән ине. Тик ғәҙеллек барыбер була ул. Үҙ заманыңа тап килмәһә лә ейәндәрең хөкөмгә эләгәсәк

Кескәй утрауының сигендә физик балыҡ ҡармаҡлай.Тик был шөғөл дә арыуыҡ үҙгәрештәр кисергән икән. Хәҙер "ҡармаҡ" һүҙе сараның исемендә генә тороп ҡалған, селәүсен дә кәрәкмәй. Көслө тулҡындар утрауға балыҡты үҙе алып килтереп ташлай, тиҙ генә йүгереп йыйып алырға ғына ҡала. Ошондай ысул менән бер биҙрә балыҡ йыйып алып эскә индереп биргәс, ғалим ҡыуыштарының янында ятҡан торбаға ултырып уйға батты.

Был урындан ғәжәйеп матур күренеш асыла. Бында, берҙәм океан өҫтөндә, әйтерһең, алыш йә шашҡан йәндәр бейеүе бара. Уңдан, һулдан бейек тулҡындар бер-береһе менән осрашып бәреләләр ҙә, ҡушылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яңы тулҡын башҡаһына барып йәбешә. Тыңғыһыҙ мәжлес әллә үҙ ҡайғыһына батып йәшәгән кешелекте һүрәтләй, әллә донъяла өҫтөнлөк алғанын байрам итә. Ә өҫтә, ғәрәсәттең тамашаһын ҡарап йондоҙҙар теҙелгән. Эре-эре бөртөктәр күк йөҙөн тултырған, һәр береһе гәүһәр кеүек, кешеләрҙең хыялдары менән балҡый. Ә уртала, түп-түңәрәк алһыу-ҡыҙыл шар, барыһынан да өҫтөнлөгөн белдереп тулыланып, ауырайып тора. Тап ошондай тулы ай аҫтында физик үҙенең ғүмерлек мөхәббәте менән осрашҡайны. Күңеле техник фәндәргә ыңғайлаһа ла, бөгөн уның шиғырҙар ижад иткеһе килә

Ваша оценка очень важна

0
Шрифт
Фон

Помогите Вашим друзьям узнать о библиотеке

Скачать книгу

Если нет возможности читать онлайн, скачайте книгу файлом для электронной книжки и читайте офлайн.

fb2.zip txt txt.zip rtf.zip a4.pdf a6.pdf mobi.prc epub ios.epub fb3