Айбулат Фларидович Сәсәнбаев - Мин яратҡан өс хәреф стр 11.

Шрифт
Фон

Дим ерҙә ятҡан пистолетын алып өйөнә инеп китте. Быны күҙәтеп торған Тамара ишек ябылыу менән таяғы менән уны тыш яҡтан терәтеп ҡуйҙы.

Дим битен йыуып диванына ятты. Ауыртыу бөтөп бара, тик барыбер хәл юҡ. Өй янында ниндәйҙер шыбырлашыуҙар ишетелә, әммә бер һүҙҙе лә аңлап булмай. Димгә уларҙы тыңларға үҙ уйҙары ҡамасаулай.

Ни булһа ла Тамаранан асҡысты алырға кәрәк. Үҙе бирмәгәс, урларға! Бына төн генә етһен. Төнөн ул күрше әбейҙең өйөнә төшәсәк.

***

Йоҡо аралаш һаташып ятҡандан һуң Дим уянды. Баш похмелдән кеүек ауырта. Ҡайһы саҡ көндөҙ йоҡлаһаң шулай була ул. Сәй эсеп, бер аҙ хәл йыйырға кәрәк. Тик ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, өйөндә ут ҡабыҙмаҫҡа булды егет. Өйҙә юҡ, йә йоҡлай, тип уйлаһындар.

Ишек берҙе көслө итеп эткәндән һуң асылды. Ҡолаған таяҡ тауышы ишетелде. Дим был хәлдең асылына төшөнмәне. Ул нисек булһа ла үҙен шымыраҡ тоторға тырышты. Тышта әкрен генә ел иҫә. Был саф еҫ егеткә көс өҫтәне. Күктә болоттар артынан тоноҡ ай яҡтыһы күренә. Төҙөлөштәге кран туҡтаған. Прожекторҙар ҙа яҡтыртмай. Өфө йоҡлай.

Тамараның ишеге, әлбиттә, бикле булып сыҡты. Ул көндөҙ ҙә йоҙаҡланып ултыра. Төнөн асыу ҡайҙа? Дим әбей өйөн тирә-яҡлап урап сыҡты. Был йорт та күптән ремонт күрмәгән. Бүрәнәләр араһындағы мүк елгә осоп бөткән, ҡайһы бер урында ярыҡ аша өй эсен дә күрергә була. Бахыр әбей бында нисек өшөмәйҙер?

Димдең ҡарашы тәҙрәгә төбәлде. Боронғо ауыл тәҙрәһе был. Ике рама һәм уға ҡатып ҡуйылған сөйҙә нығытылған быяла. Тырышһаң, бөгөлгән сөйҙө урынынан шылдырып быяланы алырға була. Димдең шулай ауылда тәҙрә ысҡындырғандарын күргәне бар ине.

Ерҙә ятҡан таш осо менән красканы сыйып бөтөргәндән һуң ул булған көсө менән сөйгә баҫты. Әһә, беренсеһе булды. Тағы бер-нисәү һәм быяланы алып була.

Дим мөмкин тиклем шым быяланы алып нигеҙгә терәтеп ҡуйҙы. Әле сатлама һыуыҡтар етмәгән, шуға ла тәҙрә бер ҡат ғына. Бәлки, әбейҙә бөтөнләй икенсе ҡат тәҙрә юҡтыр.

Бер аҙ маташҡандан һуң Дим өй эсенә инә алды. Телефонындағы фонаригын ҡабыҙып уның утын бармағы менән ҡапланы һәм кескәй генә ярсыҡ ҡалдырып тирә-яғын ҡараштырҙы. Иң мөһиме әбей ятҡан бүлмәгә юлыҡмаҫҡа.

Танауға ҡартлыҡ еҫе бәрелде. Аяҡ аҫтында кипкән үлән ҡыштырҙай. Фонарик нуры стена буйлап үрмәләп ундағы рама эсендәге фотоһүрәткә юлыҡты. Ә фотола Тамара һәм Саша. Уның янында тағы бер фото. Быныһында өс кеше: йәшерәк Тамара, уның йәшендәге ир һәм үҫмер Александр. Нимә-нимә, ә был егеттең йөҙөн меңдәр араһынан да танырһың. Башҡа шикләнеүҙәр ҡалманы. Саша Тамараның улы.

Ҡапыл эргәлә генә ниндәйҙер ыңғырашыу ишетелде. Дим ипләп кенә телефонын тауыш яғына борҙо. Фонарик яҡтыһы иҙәндә ятҡан ҡыҙ һынын ялманы. Ул яланаяҡ һәм еңел йәйге күлдәк кейгән. Уң ҡулында наручник, икенсе осо батареяға эләктерелгән. Дим был кешелә күңеленә яҡын Гөлөн таныны.

Егет эргәһенә сүкәйеп ипләп кенә башынан һыйпаны. Ҡыҙ тертелдәп уянды.

 Ҡурҡма, был мин Дим,  тип шыбырланы егет һәм фонарик менән үҙенең битенә яҡтыртып күрһәтте.

 Дим,  көсһөҙ генә ысҡынды исем.

 Мин һине ҡотҡарырға килдем. Хәҙер асҡыс табам!  Димдең тауышы нығыраҡ яңғыраны.

Ҡапыл бүлмә яҡтырып китте. Түбәлә эленеп торған армыт яҡтыһына күҙҙәр ауыртты. Бер күҙ өйрәнгәс ишек уйымында торған Тамара һыны күренде. Былай ҙа матурлыҡҡа бай булмаған әбей төнөн тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Ҡыҫҡа сәстәре туҙған, ә һарғайып бөткән төнгө күлдәге бына-бына сереп ҡойолорға әҙер. Быялаһыҙ тәҙрәнән ел өрөп пәрҙә менән уйнай башланы. Бер күренеп, бер күренмәй яҡынлашҡан Тамара әкиәттәрҙәге Мәскәй әбейҙе хәтерләтә. Бына ул ысын албаҫты!

 Кем һине бында индерҙе?  Ҡарсыҡ тауышынан хатта ел тымды.  Ниңә тәҙрәмде ваттың? Малай, тыныс ҡына йәшәй алманыңмы!?

Дим урынынан һикереп торҙо.

 Хәҙер үк наручниктарҙың асҡысын бирегеҙ. Юғиһә полиция саҡыртам!

 Саҡырт. Мин әле Сашкаға шылтырата торайым. Ул бында тиҙерәк килеп етер,  Тамара боролоп икенсе бүлмәгә юлланды. Дим күп уйлап тормай уны артынан барып этте. Иҙәнгә һуҙылып ятҡан әбейҙең муйынынан бауға бәйләнгән бәләкәй асҡыс төштө.

Ҡылт-ҡылт, Гөлдөң ҡулы бығауҙарҙан ысҡынды. Тик азатлыҡҡа тышҡа илтеүсе ишектең йоҙағы эс яҡтан да асҡыс менән бормалы булып сыҡты.

 Сынок, теге жулик йортома инде,  Тамара тәким телефонына барып еткән.

Дим булған көсө менән аппаратты стенаға һелтәп ярҙы. Гөлдөң хәле бөтөнләй юҡ, ишеккә терәлеп ятҡан. Егет наручниктарҙы алып Тамараның ҡулдарын бығаулай башланы.

 Алйот! Ул бит бары уйнай ғына. Һин аңламайһың!  әбей әллә үҙен, әллә улын аҡларға тырышып ҡысҡыра башланы.

Ваша оценка очень важна

0
Шрифт
Фон

Помогите Вашим друзьям узнать о библиотеке

Скачать книгу

Если нет возможности читать онлайн, скачайте книгу файлом для электронной книжки и читайте офлайн.

fb2.zip txt txt.zip rtf.zip a4.pdf a6.pdf mobi.prc epub ios.epub fb3